

Эш һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәй реестрының Башҡортостан буйынса идаралығы ер контроле өлкәһендә иң яҡшы ун муниципаль берәмекте билдәләне. Рейтингҡа Иглин, Өфө, Ҡалтасы, Яңауыл, Дүртөйлө, Белорет, Благовещен, Учалы райондары, шулай уҡ Октябрьский һәм Өфө ҡала округтары инде.
- Тикшереү сараларының төп маҡсаты - ер ҡулланыусыларҙы шелтәләү түгел, ә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм файҙаланылмаған участкаларҙы әйләнешкә индереү. Муниципаль ер контроле - урындағы бюджеттарҙы тулыландырыу сығанаҡтарының береһе, ул һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙе арттырырға булышлыҡ итә. Үткәрелгән сараларҙан һәм ер хоҡуҡ боҙоуҙарын бөтөрөүҙән алынған иҡтисади эффект 95,1 миллион һум тәшкил итте, - тип һөйләне Рәсәй реестрының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.
2026 йылдың туғыҙ айында республиканың муниципаль ер контроле органдары барлығы 7760 - күҙәтеү, 8593 профилактик сара үткәргән. Уларҙың һөҙөмтәһе буйынса ер ҡануниәте талаптарын боҙоуҙың 4582 осрағы асыҡланған. Муниципаль ер контроле инспекторҙары участкаларҙы үҙ белдеге менән биләүҙе, ер ҡулланылышының рөхсәт ителгән төрөнә тап килмәүен, шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнгән ерҙең файҙаланылмауын йышыраҡ теркәй.
Урындарҙа эшмәкәрлекте көсәйтеү өсөн Рәсәй реестры муниципаль инспекторҙарҙы даими уҡыта, методик материалдар ебәрә һәм ҡануниәттең нескәлектәрен аңлата. Ведомство контроллек-күҙәтеү эшмәкәрлегенә даими мониторинг алып бара һәм һөҙөмтәләр тураһында республика Хөкүмәтенә квартал һайын мәғлүмәт еткереп тора.