Яңылыҡтар
6 Октября , 08:22

9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай

7 октябргә планлаштырылған Бөтә Рәсәй халыҡты иҫкәртеү системаһын комплекслы тикшереү 9 октябргә күсерелде. Был хаҡта БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай
9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай

РФ хөкүмәте рәйесе раҫлаған яңыртылған графикка ярашлы, 9 октябрҙә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем тотош илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда электр сиреналары һәм тауыш көсәйткестәр яңғырай.

«Бөтәһенә лә иғтибар!» сигналы өс минутҡа ҡабыҙыла. 

Автор: