

"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" республика проекты хаҡлы ялға сыҡҡан ололар араһында иң популяр программаларҙың береһе. Бына нисәнсе йыл инде хаҡлы ялдағы ололар, йәғни 60 йәшкә еткән ирҙәр һәм 55 йәштән өлкәнерәк ҡатындар йылына бер тапҡыр республиканың төрлө ҡала-райондарына бушлай экскурсияға бара ала.
Белорет районында "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проекты буйынса мауыҡтырғыс маршруттар булдырылған. 6 октябрь, оло йәштәгеләр төркөмө ошо проект буйынса өсөнсө тапҡыр сәйәхәткә Сибай ҡалаһына юлланды. 48 кешенән торған төркөмдө экскурсовод, Сибай йәштәр үҙәге белгесе Светлана Солдатова, Белорет район хакимиәте вәкиле Фируза Ғәлимйәнова, Шығай фельдшеер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Филүзә Миһранова оҙатып йөрөнө.
Республика көнө алдынан ойошторолған был сәйәхәт программаһы Башҡортостан ҡалаларының үҫеш йылдарын үҙ эсенә алды. Сибай республикабыҙҙа йәш ҡалаларҙың береһе. Ул 1955 йылда төҙөлә башлай. Һәм ошо йылдар эсендә ҙур һәм матур ҡалаларҙың береһенә әүерелә. "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" лә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республикабыҙҙың уңышлы проекттарының береһенә әүерелә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика проекты тураһында, уның оло йәштәге кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуҙа һәм уларҙы әүҙем тормошҡа йәлеп итеүҙә айырым әһәмиәткә эйә булыуын билдәләй.
Эйе, оло йәштәгеләр үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән республиканы үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, бөгөн дә улар иң әүҙем йәмәғәтселәр.
"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проекты Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Туризм үҫеше үҙәге, Башҡортостан Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, муниципалитеттар ярҙамында пенсионерҙар өсөн ойошторолған социаль турҙар.
Белорет сәйәхәтселәрен Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ихлас ҡаршыланылар. Музей хеҙмәткәрҙәре Рәзилә Ишбулатова, Зөбәржәт Ҡоломбәтова экскурсияға килгән ололарға яйлыраҡ булһын өсөн төркөмдө икегә бүлеп, музей менән таныштырҙылар. Музей бик үҙенсәлекле, ул 1959 йылда тыуған яҡты өйрәнеүсе энтузиастар тарафынан йәмәғәт башланғысында төҙөлә. Бөгөн музей экспозицияларында Көнъяҡ Урал далаһының тәбиғәт байлығы, археологияһы һәм этнографияһы, шулай уҡ Сибайҙың барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы тупланған. 1993 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Сибай ҡала музейы хәҙерге бинала үҙ эшен дауам итә һәм халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларын йыйыу, туплау, һаҡлау менән бер рәттән ҙур ғилми-ағартыу һәм уҡытыу-тәрбиәүи эштәр башҡара.
- Беҙ бар ҡомартҡыларҙы һаҡлап ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙы ғилми яҡтан өйрәнеп, киләһе быуындарға, йәштәргә мираҫ итеп ҡалдырырға тырышабыҙ, экспонаттарҙы тулыландырыуҙы дауам итәбеҙ, фондтарҙы туплайбыҙ. Йылдан-йыл музей фонды байый, үҫә. Беҙҙең музей төбәктә генә түгел, ә республикала иң яҡшылар иҫәбендә. Уның фондында 14 меңдән ашыу экспонат тупланған һәм йөкмәткеле, бик бай экспозиция залдары төҙөлгән, - тип йөкмәткеле мәғләмәт бирҙе музей хеҙмәткәрҙәре.
Артабан ололар Сибай ҡалаһының иҫтәлекле урындарында экскурсияла булды, фотоға төштө. Экскурсия ҡала буйлап йәйәү ҙә, автобуста ла үтте. Ололар Сибайҙың тарихи, үҙенсәлекле урындары менән танышты, "Еңеү паркы"нда булды.
Унан һуң белореттар "Урал аръяғы" шифаханаһы менән танышты. Уның директоры Ратмир Ғөбәйҙуллин үҙҙәренә дауаланырға саҡырып, шифаханала иң яҡшы шарттар булдырылыуы тураһында һөйләне. Ололарҙы шифахана буйлап йөрөттө, ентекле мәғлүмәт бирҙе.
Экскурсия барышында ололарҙы театр менән таныштырыу, спектакль ҡарау ҙа программаға ингән. Төшкө аштан һуң, сәйәхәтселәрҙе Сибай концерт-театр филармонияһында көтәләр ине. Унда улар Антон Чеховтың билдәле пьесаһы буйынса ҡуйылған "Медведь" спектаклен ҡараны. Спектаклдән алған тәьҫораттары менән ололар аҙаҡ та юл буйына фекер алышты.
Тағы ла бер мөғжизәле урын - ул "Сибай йәшмәһе" художество цехы-оҫтаханаһы. Сибайға ингән ерҙә урал таш ҡырҡыусыларының сәнғәте менән танышыу онотолмаҫлыҡ хистәр тыуҙырҙы. Гранит, йәшмә, лазурит һәм башҡа биҙәү таштары менән бай булған был ерҙәрҙә таштан эшләнгән әйберҙәр сибайҙар өсөн ғәҙәти атрибут булып һаналһа, беҙҙекеләр өсөн был матурлыҡ донъяһы ғына түгел, ә әкиәт иленә сәйәхәт кеүек тойолдо. Павел Бажовтың малахит шкатулкаһы һәм таш оҫталары тураһындағы әкиәттәрен урындағы халыҡ ғәҙәти ысынбарлыҡ итеп ҡабул итһә лә, ҡул оҫталарының ҡабатланмаҫ эштәре, аҫыл таштарҙа һаҡлаған ғәжәйеп серле тауҙар һәм тәбиғәттең ҡабатланмаҫ матурлығы мөғжизәләргә ышанырға мөмкинлек бирә шул, һәр кемгә серле тәьҫир итә. Турҙа ҡатнашыусылар үҙ күҙҙәре менән төрлө затлы таштарҙан эшләнгән биҙәүестәр һәм башҡа төрлө әйберҙәр һатып алып ҡыуанды.
"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" республика проекты буйынса Сибайға ойошторолған бер көнлөк сәйәхәт күңелдәрҙә матур хистәр ҡалдырып үтеп тә китте. Йыш ҡына нәҡ бына шундай ҡыҫҡа ғына ялдар һәр кемгә яңы көс һәм илһам бирә. "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" проекты аша Сибайға барыу - ул оло тарихҡа, мәҙәниәткә һәм эшһөйәр халыҡтың тырышлығына тағы бер тапҡыр инаныу тигән һүҙ. Көньяҡ Уралдың үҙәге булған Сибай үҙенең ҡунаҡсыллығы, бай тарихы һәм үҙенсәлекле матурлығы менән һәр ваҡыт һоҡландырыр.
Ололарға проект тураһында
Проектта оло йәштәгеләр ҡала, район үҙәге, туристик, тарихи урындар, музейҙар, театрҙар, дини объекттар, усадьбалар, төрлө продукция етештергән предприятиелар менән таныша, бер йәки ике көнлөк сәйәхәттәрҙә йөрөп ҡайта ала. Экскурсияларға ғәҙәттә автобуста йөрөтәләр. Сәфәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла:
- 40-50 кешенән торған төркөм, 10-12 сәғәтлек тур;
- эсәр һыу, мотлаҡ страховкалау (хакимиәт белгесе ойоштора, былар бушлай эшләнә);
- туҡланыу ғәҙәттә ҡатнашыусылар иҫәбенән йәки тур шарттарына бәйле.
- ҡатнашыусыларҙың йәше: 55 +
- турҙарҙың хаҡы: 0 һум (бушлай!)
Түбәндәге һылтанма буйынса киләһе турға өлгөрөр өсөн https://долголетие.соцтуризмрб.рф/ теркәлергә һәм проект хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.
Турҙа ҡатнашыу өсөн ҡала йәки район хакимиәтенә мөрәжәғәт итһәң, уңайлыраҡ. "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проекты үҙенә бер нисә йүнәлештә эшләй:
Мәҙәни-танып белеү йүнәлеше
Был - проекттың иң билдәле һәм популяр өлөшө. Уның маҡсаты - хаҡлы ялдағы кешеләрҙе өйҙә ултырыуҙан азат итеп, уларға яңы урындар асыу, белемдәрен байытыу мөмкинлеген биреү. Ололар өсөн республика буйлап бушлай бер көнлөк автобус экскурсиялары ойошторола. Бынан тыш, "Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге" кеүек халыҡ-ара сәйәхәттәр ҙә ойошторола.
Әүҙемлек йүнәлеше
Йәшкә ҡарамай, тәнде ныҡлы, ә рухты күтәренке тотоу өсөн төрлө спорт саралары үткәрелә. Улар физик мөмкинлектәргә яраҡлаштырылған һәм сәләмәтлеккә зыян килтермәҫлек итеп төҙөлгән. Скандинавия йөрөшө (скандинавская ходьба) буйынса марафондар, волейбол турнирҙары, шашка һәм шахмат ярыштары үтә. Күп кенә райондарҙа ололар өсөн бушлай фитнес, йога йәки бейеү түңәрәктәре эшләй.
Һауыҡтырыу йүнәлеше
Был йүнәлеш ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә, дөрөҫ туҡланыуға һәм организмды нығытыуға йүнәлтелгән. Республикала махсус "Сәләмәтлек мәктәптәре" эшләй, унда табиптар өлкәндәргә ҡан баҫымын контролдә тоторға, быуындарҙы нисек һаҡларға кәрәклеген өйрәтә. Шулай уҡ шифаханаларҙа ҡыҫҡа ваҡытта дауаланыу һәм ял итеү программалары тәҡдим ителә.
Ҡатнаш йүнәлеш
Был йүнәлеш үҙенә бер үк ваҡытта сәйәхәтте лә, спортты ла, файҙалы белемде лә берләштерә. Икенсе төрлө әйткәндә, кеше бер юлы ял да итә, физик яҡтан да әүҙем була. Тәбиғәт ҡосағына, мәҫәлән, "Торатау" геопаркына барыу. Унда өлкәндәр тау итәгендә йөрөй, уның тарихын өйрәнә һәм таҙа һауала үлән сәйҙәре эсеп, дауаланыу курсы үтә. Шулай уҡ "Аҡыллы фитнес" йәки "Көмөш йәштәге кешеләр" лагерҙары ла ошо йүнәлешкә инә.
Шуларҙың иң популяры - "Туризм". Төбәк һәм яҡын сит ил буйлап экскурсиялар ҙа ойошторола. (Беларусь, Үзбәкстан, Абхазия). Республика Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Абхазия менән туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планы әҙерләргә ҡушты. Был йәһәттән "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проектын киңәйтеү ҡарала. Туроператорҙарға уның мөмкинлектәре менән таныштырырға ҡушылған. Радий Хәбиров шулай уҡ ял итеү өсөн инфраструктураны үҫтереү буйынса эштәрҙе лә дауам итеү бурысын ҡуйҙы.
Оло йәштәге кеше йылына бер тапҡыр бушлай республика буйынса һәм сит илгә сығыу мөмкинлегенә эйә. Был күберәк кешегә республикабыҙҙы күреү мөмкинлеген биреү өсөн эшләнгән.
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” республика проектында ҡатнашыусылар һаны йыл һайын арта бара. Проект сиктәрендә Беларусь Республикаһына сәйәхәткә барырға мөмкин. Был турҙың оҙайлылығы - 8 көн. Уның эсенә Өфөнән Минск ҡалаһына һәм кирегә самолетта осоу, йәшәү, туҡланыу (иртәнге аш), экскурсия программаһы инә. Был сәйәхәттәр түләүле, уның бер өлөшөн республика компенсациялай.
“Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” проекты хаҡында тулыраҡ мәғлүмәттәр түбәндәге сайтта: https://долголетие.соцтуризмрб.рф/.
Бының өсөн пенсия танытмаһы, страховка, медицина полисы кәрәк. Иң мөһиме сайтта теркәлеү үтергә һәм заявка бирергә, уны тултырыу ауыр түгел. Заявканы ебәргәс, көтөргә һәм сайтта үҙегеҙҙең шәхси кабинетығыҙҙа күҙәтеп барырға һәм саҡырыу көтөргә.