Яңы талаптарға ярашлы, был вазифаға ошо ауыл биләмәһендә йорто булған кандидатты ғына һайларға мөмкин.
Шулай уҡ закондың яңы редакцияһында билдәләнеүенсә, кандидат бер юлы ауыл старостаһы һәм урындағы үҙидара депутаты вазифаларын халыҡ һайланыусыһының вәкәләттәре даими тормошҡа ашырылмаған осраҡта ғына башҡара ала.
Әлегә башланғысты депутаттар беренсе уҡыуҙа хупланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда «Башинформ» бөгөн Дәүләт Йыйылышының 54-се ултырышында Башҡортостанда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы» тигән яңы маҡтаулы исем булдырыу тураһында закон ҡабул итеүҙәре хаҡында яҙғайны.