Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2023, 09:15

Бәхет тураһында ҙур һөйләшәйеү

Китап-байрамға рәхим итегеҙ! Унда билдәле Рәсәй психологы, яҙыусы һәм телевидение алып барыусыһы Михаил Лабковский “Бәхет хаҡында ҙур һөйләшеү” лекцияһы менән сығыш яһаясаҡ.

Бәхет тураһында ҙур һөйләшәйеү
Бәхет тураһында ҙур һөйләшәйеү

27 майҙа 19 сәғәттә Өфөнөң Совет майҙанында “Китап-байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә билдәле Рәсәй психологы, яҙыусы һәм телевидение алып барыусыһы Михаил Лабковский “Бәхет хаҡында ҙур һөйләшеү” лекцияһы менән сығыш яһаясаҡ.

Михаил Лабковский шулай уҡ күп йылдар дауамында Рәсәйҙә һәм яҡын сит илдәрҙә бер нисә радиостанцияла алып барыусы булып эшләй. “Китап-байрам” халыҡ-ара йәрминкәһендә өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының ғәмәли психология мэтры менән аралашыу һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алыу мөмкинлеге буласаҡ.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: