+10 °С
Болотло
Мәҫәлән, Владимир Мединский Архангел районынан ғаиләгә «Инйәр» гәзитен бүләк итте. Яҙылыу квитанцияһында ул: «Дошманды тар-мар итеп, ҡайтырға!» - тип яҙҙы һәм хәрби округ зонаһында булған бөтә яугирҙарыбыҙға мөрәжәғәт ебәрҙе.
Радий Хәбиров Дүртөйлөлә йәшәүсе ғаилә өсөн «Өмет» гәзитен яҙҙырҙы. Акцияға республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин да ҡушылды.
Бөгөн «Китап-байрам» халыҡ-ара йәрминкәһендә «Республика Башҡортостан» нәшриәт йорто «Изге яҙылыу» акцияһын үткәрә. Бында теләгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә яратҡан баҫмаларына подписка бүләк итә ала.
Бының өсөн «Изге эштәр картаһы»нда адрес яҙылған квитанцияны һайларға һәм ике дуҫыңа эстафетаны тапшырырға кәрәк.