+10 °С
Болотло
«Китап-байрам» йәрминкәһе ҡунағы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән республика гәзит-журналдарында архив мәҡәләләренең күсермәләре менән танышты.
Владимир Мединский төрлө йылдарҙа «Республика Башкортостан» гәзитендә баҫылған билдәле совет шағирҙары һәм яҙыусыларының, атап әйткәндә, 1942 йылда башҡорттарҙың батырлыҡтарын һүрәтләгән Илья Эренбургтың мәҡәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Кисәгә килгән ҡунаҡ архив материалының күсермәһен ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул итте.