+10 °С
Болотло
- Беҙ 2023 йылдың көҙөндә Рәсәй Федерацияһында етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһы форумын ойошторорға тигән тәҡдим менән сыҡтыҡ. Партнер булып сығыш яһаһындар өсөн Рәсәйҙең сәнәғәт министры исеменә хат әҙерләүегеҙҙе һорайым. Бик ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк тема. Унда презентация ла эшлекле өлөш тә була. Хөкүмәттән балалар уйынсыҡтары сығарған сәнәғәткә ярҙам сараларын әҙерләүҙәрен һорайым. Уйынсыҡтарҙы үҙебеҙҙә етештерергә, уйынсыҡтар аша үҙ идеологиябыҙҙы үткәрергә, илебеҙ, геройҙарыбыҙ хаҡында һөйләргә кәрәк. Быға етди әҙерләнеүегеҙҙе һорайым, - тине Башҡортостан Башлығы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 26-28 майҙа Өфөлә беренсе «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтте.