Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2023, 15:02

Мотоуҡсылар полкын ойоштороу июнь аҙағына тамамлана

«Башҡортостан» ирекле мотоуҡсылар полкын төҙөү июнь аҙағында тамамлана. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе хәбәр итте.

Мотоуҡсылар полкын ойоштороу июнь аҙағына тамамлана
Мотоуҡсылар полкын ойоштороу июнь аҙағына тамамлана

Хәрбиҙәр ике-өс ай хәрби әҙерлек үткәс, алғы һыҙыҡҡа юллана.

«Бөтә егеттәргә лә ҙур рәхмәт. Эште дауам итергә кәрәк. Үҙ өҫтөбөҙгә алған бурыстарҙы үтәү зарур», - тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июндә Өфөнөң Совет майҙанында Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһын һәм Әхмәт Дәүләтов исемендәге башҡорт медицина ротаһын оҙатыу тантанаһы үтте. Улар «Башҡортостан» ирекле мотоуҡсылар полкы составына инә. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, уның составында совет партизаны һәм данлыҡлы разведчик Даян Мурзин, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге ирекле батальондар, Мөғин Нагаев исемендәге артдивизион бар.

Шул уҡ көндө Башҡортостан Башлығы Һамар өлкәһенә, «Башҡортостан» ирекле полкы хәрби әҙерлек үткән урынға барҙы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-06-05/dobrovolcheskiy-polk-bashkortostan-budet-polnostyu-sformirovan-k-kontsu-iyunya-3288046

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: