Кәңәшмәлә Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы һәм Хәйбулла райондары хакимиәттәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
Семинарҙа һүҙ төбәктәрҙең үҫеше, социаль-иҡтисади проблемалар тураһында барҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан ауыл ерендә йәшәгән халыҡ иҫәбе буйынса илдә беренсе урында тора. Ә урындағы үҙидара йәмәғәтселеккә иң яҡын торған власть органы.
- Тап һеҙ төбәктәрҙең йәшәйешен бар тулылығында яҡшы беләһегеҙ, - тине республика Башлығы.
Төбәк етәксеһе семинарҙа урындағы үҙидара органдары эшенең көнүҙәк бурыстарын билдәләне.
- Һеҙ - республиканың идара итеү командаһының төп звеноһы. Эшегеҙҙең һөҙөмтәһенән халҡыбыҙҙың именлеге бәйле. Бигерәк тә халыҡты ныҡ борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн беҙ ауыл биләмәһе башлыҡтары менән даими рәүештә осрашыуҙар үткәрәбеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы.
Төбәк етәксеһе хакимиәт башлыҡтарына махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Ил өсөн еңел булмаған осорҙа һеҙҙең менән ойошҡан рәүештә эшләйбеҙ - ирекле батальондарҙы кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итәбеҙ, гуманитар конвойҙар оҙатабыҙ. Ябай булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙҙең һәр ҡайһығыҙға, барлыҡ халыҡҡа рәхмәт, - тине Радий Хәбиров.
Кәңәшмә алдынан төбәк етәксеһе райондың предприятиелары, ҡул оҫталары, кәсепселәр продукцияһының күргәҙмәһен ҡараны. Сәнәғәт предприятиелары, ауыл хужалығы тауарҙары, аҫыл таштарҙан эшләнгән сувенирҙар, ҡул оҫталарының эштәре ҙур күргәҙмә майҙанын хәтерләтте. Ҡаланың сәнәғәт предприятиелары яңы продукция өлгөләрен дә ҡуйған. Республика Башлығы күргәҙмәгә ҡуйылған экспозицияларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡты.
Фотолар: https://glavarb.ru