Йәмғиәт
19 Июня 2023, 10:54

100 миллиард һумлыҡ 27 килешеү төҙөлдө

Башҡортостан делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының 70 сараһында ҡатнашты. 

100 миллиард һумлыҡ 27 килешеү төҙөлдө100 миллиард һумлыҡ 27 килешеү төҙөлдө
100 миллиард һумлыҡ 27 килешеү төҙөлдө

Эш осрашыуҙары, фекер алышыуҙар, илдең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр. Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың беренсе вице-премьеры — иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов форум йомғаҡтары тураһында һөйләне.

Башҡортостан майҙаны 400 квадрат метрлыҡ стенд әҙерләгәйне. Экспозицияны 5 мең кеше ҡараны. Ошонда уҡ форумда иң яҡшыһы тип танылған башҡорт аш-һыуы рестораны эшләне, 1,5 мең кеше милли ризыҡтар менән танышты.

Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған бизнес-иртәнге ашта федераль власть органдары һәм үҫеш институттары, «Рәсәй вертолеттары» холдингы, IT-компанияларҙың 50-нән ашыу вәкиле ҡатнашты.

Форумда бизнес менән 100 миллиард һумлыҡ 27 килешеү төҙөлдө. Улар араһында — «Рәсәй экологик операторы» компанияһы менән 11 миллиард һумлыҡ килешеү. Вице-премьер һүҙҙәренсә, иң мөһиме — «Магнит» федераль селтәре менән магазин кәштәләрендә Башҡортостан фермерҙары һәм агрокомпаниялары продукцияһының өлөшөн арттырыу тураһында һөйләшеп килешелде.

Башҡортостандың Санкт-Петербург иҡтисади форумында ҡатнашыуы тураһында киң мәғлүмәт сараларында 400-ҙән ашыу мәғлүмәт донъя күрҙе.

Рөстәм Моратов сараны ошондай юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалған коллегаларына рәхмәт белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-06-19/pro-uchastie-bashkirii-v-pmef-prochitali-bolee-46-mln-chelovek-3305032

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас