

“Иҙел башында Тирлән, һуңынан Белорет заводтарын төҙөр өсөн сауҙагәрҙәр эшселәрҙе Үҙәк Рәсәй өйәҙҙәренән килтерә. Завод хужалары нисек булһа ла урындағы аҫаба башҡорттар менән уртаҡ тел табырға тырыша. Ләкин, үҙ ере өсөн баштарын һалырға әҙер ата-бабаларыбыҙ ныҡ тора, ерҙәрен һатмай. Бына ошонда инде Твердышев менән Мясников хәйлә менән алдырыуға күсә.
Урындағы аҫаба башҡорттарҙан һөйләшеүҙе Байым тархан алып бара. Һөйләшеүҙәр барған мәлдә Ҡатай волосы старшинаһы Дауыт Йәналинды ҡулға алалар, уның урынына Ҡушыҡ ҡатайы Аҡкөсөк Таһиров тәғәйенләнә. Волость үҙәге Ҡатай ауылынан Сермәнгә күсерелә. Һөйләшеү уңышлы үтһен өсөн Иван Твердышев менән Иван Мясников үҙҙәре килтергән мал араһынан иң эре бер нисә үгеҙҙе тотоп һуйҙырырға ҡуша. Итен шунда уҡ башҡорттарға таратып бирәләр, ә тиреһен алып китәләр. "Беҙгә ошо тиреләр ҙурлыҡ ҡына ер кәрәк", тиҙәр. Күн тире ҙурлыҡ ҡына ер бирергә бер ҡатлы башҡорттар шатланып риза була. Завод хужалары тиреләрҙе нәҙек кенә еп итеп, телгеләй. Ептәрҙе ялғап, ерҙе үлсәр өсөн ҡабаттан башҡорттар араһына киләләр. Үлсәп ҡараһалар, күп ер майҙаны завод хужалары файҙаһына булып сыға. Һуңынан ошо ҡайыш таҫма менән ҙур майҙанды уратып алып, уны законлаштыралар. Шунда ғына аҫаба башҡорттар отолғанлыҡтарын, ғүмер буйы йәшәгән ерҙәренән ҡолаҡ ҡағыуҙарын аңлай. Ерҙәрен ташлап, китергә мәжбүр була. Байым Твердышевҡа үҙ ерен һатып, Әбйәлил яҡтарына сығып китә. Әзекәй ерен һатҡас, Аҡ балсыҡтан Боғанаҡ буйына килеп ултырырға мәжбүр була. Аҙналы Нура буйынан хәҙерге Аҙналы ауылында төпләнә. Был турала мәғлүмәт Роман Алферовтың “Һомай - бәхет ҡошо” тигән китабында ла баҫылған.
Был ваҡиғанан һуң әзекәйҙәрҙе Күндәй тип йөрөтә башлайҙар. Күндәйҙәр ҡатай ырыуына ҡарағанлыҡтан, яйлап ауыл исеме лә Күнтәйгә әйләнә. Тарихсы Әсфәндиәров та Әзекәйҙе ҡатай ырыуына ҡарай, тип яҙа. Ғалим Әнүәр Әсфәндиәров: “Ауылға XVIII быуаттың 30-50-се йылдарында Нуғай даруғаһы Ҡатай волосы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме менән аталған (уның улдары Һырҙыбай һәм Таулыбай Әзекәевтәр билдәле). 1900 йылға тиклем 3 ауыл менән бергә Өс Зәйет исеме менән теркәлгән, уларҙың халҡы бергә иҫәпкә алынған. Әзекәй ауылы алты араға бүлеп йөрөтөлә: ҡара һарыҡтар, әлмәштәр, яуымбайҙар, ҡамаштар, өсөйҙөләр, күнәктәр.
Өсөйҙөләргә ҡараған Күмәсбайҙың ике улы Һырҙыбай менән Таулыбай була. Улар XVIII быуатта йәшәгән. Таулыбайҙың Ғәбделвәли улынан Сәйәховтар, Баймөхәмәтовтар, Вәлиевтәр, Хабрахмановтар, Татлыбаевтар, Мәғәфүровтар, Бәхтиевтар, Суфияновтар тармаҡланып китә.
...Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Һуңғы йылдарҙа шәжәрәне өйрәнеүгә, уны ойоштороуға иғтибарҙың артыуы ҡыуаныслы. Ырыу ағасында быуындар бәйләнеше, атай-олатайҙарҙың, нәҫелдәрҙең тарихы, йәшәйеше, көнитмеше сағыла. Йылдан-йыл ошо нәҫел ағасы үҫешә, ботаҡтар ебәрә, көслө япраҡтар барлыҡҡа килә. Тимәк, артабыҙ һәм яңынан-яңы быуындар ебәрәбеҙ. Шуға ла йәш быуынды бер нисә йөҙ йылдарға барып еткән шәжәрә тамырҙары менән таныштырыу мөһим. Ошо изге маҡсаттан сығып, Әзекәй олатай вариҫтары матур йыйын ойоштороп ебәрҙе. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Күмәсбай нәҫеленең, йәғни уның улы Тауҙыбай, ейәне Ғәбделвәли һәм бүләһе Мәғәфүрҙең дүртенсе-алтынсы быуыны ҙур байрамға йыйылды. Шәжәрә тамырҙарын барлау, туғандарҙы бергә йыйыу идеяһын 2007 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсында еңеп, Президент грантына лайыҡ булған Эльвира Сәйәхова башланы. Бөтә ғүмерен балаларға тарих фәненән белем биреүгә арнаған Эльвира Сабит ҡыҙы быуаттар төпкөлөнән беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән шәжәрәне барлап, ун бер быуынына тиклем өйрәнеп, нәҫел сылбырына 467 кешене туплауға өлгәшкән.
Илебеҙҙең төрлө тарафтарына таралышҡан туғандарын берләштергән, зат-ырыуҙы бергә йыйған байрамға 130-ҙан ашыу ҡан-ҡәрҙәш йыйылды. Районыбыҙ, күрше райондар ауылдарында, республикала ғына түгел, Америка, Мәскәү, Силәбе тарафтарында йәшәгән нәҫелдәштәрен табып, саҡырыуҙар ебәреп, был көндө ҡорға тупландылар. Матур тамаша менән асылған шәжәрә байрамын Әзекәй мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, "Серҙәәштәр" фольклор ансамбле йәнле итеп алып барҙы.
Тулыраҡ материалды гәзиттең 25-се һанында уҡығыҙ.