Йәмғиәт
14 Августа 2023, 12:23

Радий Хәбиров Денис Пушилин менән осрашты

Радий Хәбиров «Армия-2023» Халыҡ-ара хәрби-техник форумында Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин менән осрашты. 

Радий Хәбиров Денис Пушилин менән осраштыРадий Хәбиров Денис Пушилин менән осрашты
Радий Хәбиров Денис Пушилин менән осрашты

Төбәк етәкселәре артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре хаҡында һөйләште. Был хаҡта Башҡортостан етәксеһе үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә.

«Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин менән осрашыуға һәр саҡ шатмын. Артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре һәм республикаларыбыҙҙың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләштек», - тип яҙҙы ул.

Бынан алда «Башинформ» яҙғанса, Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы «Армия-2023» форумы эшендә ҡатнаша. Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән килгән 1,5 мең ҡатнашыусы күргәҙмәлә үҙенең продукцияһын тәҡдим итәсәк, ә ҡунаҡтар 28 меңдән ашыу экспонатты ҡарай ала. Быйыл форумда махус хәрби операцияла үҙен күрһәтеп өлгөргән ҡоралдар һәм хәрби техника күпләп тәҡдим ителәсәк. 

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-08-14/glava-bashkirii-obsudil-perspektivy-sotrudnichestva-s-vrio-glavy-dnr-denisom-pushilinym-3387890

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас