Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2023, 10:41

Ҡымыҙ этикеткаһында – рус әҙәбиәте классиктары

Урал аръяғынан башҡорт ҡымыҙы етештереүсе Денис Өмөтбаев шешәләр өсөн үҙенсәлекле этикеткалар уйлап сығарған. 

Ҡымыҙ этикеткаһында – рус әҙәбиәте классиктары
Ҡымыҙ этикеткаһында – рус әҙәбиәте классиктары

Уларҙа республикаға шифалы милли эсемлек менән дауаланырға килгән бөйөк рус классиктары Александр Пушкин, Лев Толстой һәм Антон Чехов һүрәтләнгән.

Бөйөк рус шағирҙарының һәм яҙыусыларының портреттарын этикеткаларға Өфө рәссамы Нелли Аҡсурина төшөргән.

«Билдәле булыуынса, күп кенә рус яҙыусылары һәм шағирҙары башҡорттарға ҡымыҙ менән дауаланырға килгән һәм һәр береһе эсемлектең тәмен һәм үҙенсәлектәрен һоҡланып тасуирлаған. Беҙҙең этикеткаларҙа бөйөк шағирҙарҙың ҡымыҙ тураһындағы фекерҙәре яҙылған», — тип белдергән Денис Өмөтбаев.

Эшҡыуарҙың әйтеүенсә, уның хужалығында классик ҡымыҙҙан тыш, ғаилә рецептары буйынса төрлө өҫтәмәләр ҡушылған ҡымыҙ продукцияһы етештерелә. Уларҙы шифалы эсемлекте һөйөүселәр бөгөн Баймаҡ районының Граф күле буйында башланған «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт аты фестивалендә баһалай аласаҡ.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас