Йәмғиәт
18 Августа 2023, 02:55

Гражданлыҡ позицияғыҙҙы күрһәтегеҙ!

10 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Башҡортостанда республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына - ҡала округтары, ҡала һәм ауыл биләмәләре Советтарына һайлауҙар була. Белорет районы һәм ҡалаһы халҡы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан тыш, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына ла депутаттар һайлай. Һайлау һайын тигәндәй, беҙҙе ниндәйҙер үҙгәрештәр көтә, был юлы ла улар бар. Мәҫәлән, 78 һайлау участкаһының 3-әүһе башҡаларына берләштерелгән, ваҡытлыса һайлау участкалары булдырылды. Ошо һәм башҡалар тураһында Белорет территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Флүр ҡыҙы КОПЫТОВА һөйләне.

Гражданлыҡ позицияғыҙҙы күрһәтегеҙ!Гражданлыҡ позицияғыҙҙы күрһәтегеҙ!
Гражданлыҡ позицияғыҙҙы күрһәтегеҙ!

- 10 сентябрь - Берҙәм тауыш биреү көнө. Белорет районында Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлау үтә.  Белорет территориаль һайлау комиссияһына ике бер мандатлы округ буйынса вәкәләттәр йөкмәтелгән. Белорет районы ике өлөшкә бүленгән. Тәүгеһе - 38-се Белорет һайлау округы. Был биләмәгә Белорет ҡалаһы һәм районының бер өлөшө һәм Бөрйән районы инә. Икенсе өлөшө - 39-сы Металлургия һайлау округына иһә Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмек тә ҡушыла.

Республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һайлауҙар берҙәм һәм бер мандатлы һайлау округтары буйынса үтә. Бер мандатлы 38-се Белорет һайлау округы буйынса биш кандидат һәм дүрт партия, ә 39-сы һайлау округы буйынса дүрт кандидат һәм биш партия теркәлгән. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙан тыш, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына - 8-се һәм 9-сы округтар буйынса ҡала Советына өҫтәмә һайлауҙар үтә. Өҫтәмә һайлауҙар был һайлау округтарында депутаттарҙың үҙ вәкәләттәрен алдан һалыуға бәйле үткәрелә. Шуға ла территориаль һайлау комиссияһы ҡануниәт нигеҙҙәренә таянып, был округтарҙа өҫтәмә һайлауҙар үткәрергә ҡарар итте.

Белорет районы һәм ҡалаһы биләмәһендә 75 участка һайлау комиссияһы эшләй. 2018 йылда биш йылға һайланған участка комиссияһы ағзаларының вәкәләттәре үтеү менән уларҙың быйыл составы яңыртылды. Быға тиклем 78 һайлау участкаһы эшләһә, өс һайлау участкаһын төрлө сәбәптәр арҡаһында икенсе һайлау участкалары менән берләштерергә тура килде. Һайлаусылар иҫәбе кәмеү, һайлау участкалары урынлаштырыу өсөн социаль әһәмиәтле биналарҙың булмауы төп сәбәптәрҙең береһе булып тора.

Быға тиклем Ноҡат ауылында урынлашҡан 1330-сы һайлау участкаһы Уҫманғәленең 1329-сы һайлау участкаһы менән берләштерелде. Ноҡат ауылында мәктәп, һуңынан ауыл клубы урынлашҡан бина әлеге мәлдә буш тора, уға ремонт талап ителә, йылытылмай. Шуға ла Ноҡат һайлау участкаһына ҡараған һайлаусыларҙы билдәле ваҡытта Уҫманғәле ауылына автобуста алып барып, гражданлыҡ бурыстарын үтәтергә ҡарар ителде. Был юҫыҡта тәжрибә тупланған. Районда һайлау участкаларынан алыҫ урынлашҡан ауылдар бар. Мәҫәлән, Абҙаҡ ауылы хакимиәтенә ҡаГражданлыҡ позицияғыҙҙы күрһәтегеҙ! раған Уралтау ауылы ла һайлау участкаһынан алыҫта урынлашҡан. Урында һайлау мөмкинлеге булмағанлыҡтан, уралтауҙар икенсе участкала тауыштарын бирә. Тирлән ауылында урынлашҡан 1343-сө һайлау участкаһы быға тиклем ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашһа, ауылда яңы социаль-мәҙәни үҙәк сафҡа инеү менән элекке мәҙәниәт йорто шәхси секторға тапшырыласаҡ. Шуға ла һайлау комиссияһына яҡын урынлашҡан участкаларға бүлеп бирергә ҡарар ителде. Белорет педагогия колледжында урынлашҡан 1293-сө участка һайлау комиссияһы ла бүленеп, һайлаусыларҙың бер өлөшө Белорет металлургия колледжында урынлашҡан һайлау участкаһында тауыштарын бирәсәк.

Яңылыҡтар ҙа юҡ түгел. Улар быйыл ҡала биләмәһендә ҡулланыла. Ҡалала ике ваҡытлыса һайлау участкаһы булдырылды. 2-се тикшереү изоляторында унда эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙән комиссия ойошторола. Икенсеһе ҡала Перинаталь үҙәгендә урынлашасаҡ. Стационар дауаланыу алғандар берҙәм һайлау көнөндә гражданлыҡ бурыстарын бала табыу йортонда үтәй ала.

Берҙәм һайлау көнөндә ҡайһы берәүҙәр теркәлгән урындарында булмай икән, улар башҡа һайлау участкаларында тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. Был студенттарға һәм вахта ысулы менән эшләүселәргә ҡағыла. Бының өсөн ғариза тултырырға кәрәк буласаҡ. Ғаризаны территориаль һайлау комиссияһында, күп функциялы үҙәктәрҙә һәм “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү” порталында бирергә мөмкин. 26 июлдән 6 сентябргә тиклем территориаль һайлау комиссияһына йәки күп функциялы үҙәккә шәхсән барып йәиһә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында, ә 30 августан 6 сентябргә тиклем республиканың төрлө участка һайлау комиссияларына барып шәхсән ғариза тултырырға кәрәк. Өҫтәмә һайлау алып барған өс һайлау участкаһынан - “Ровесник” клубында, Һуҡырҙар йәмғиәтендә һәм ҡотҡарыусылар бинаһында урынлашҡандарынан тыш, башҡа һайлау участкалары 30 августан (14.00-20.00, ял һәм байрам көндәрендә 10.00-14.00 сәғәттәрҙә) эшләй башлай. 10 сентябрь - Берҙәм һайлау көнөндә һайлау участкалары иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем эшләйәсәк. Барлыҡ һайлау участкалары Берҙәм һайлау көнөнә әҙер!

Барығыҙ ҙа һайлауҙарҙа ҡатнашығыҙ, гражданлыҡ бурыстарығыҙҙы үтәгеҙ, хөрмәтле райондаштар!

Эльвира ХӘМЗИНА яҙып алды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас