Йәмғиәт
21 Август 2023, 08:09

Асыҡ йөҙлө ябыҡ ҡалала - байрам

19 августа Межгорье ҡалаһына ингән тау ҡатайҙары йәшәгән боронғо Татлы ауылында Ҡатай йәштәре йыйыны гөрләп үтеп китте. 

Асыҡ йөҙлө ябыҡ ҡалала - байрамАсыҡ йөҙлө ябыҡ ҡалала - байрам
Асыҡ йөҙлө ябыҡ ҡалала - байрам

Межгорье - ябыҡ ҡала, әммә ҡоласын киң йәйеп, төрлө төбәктәрҙән килгән ҡатай ырыуы вәкилдәрен ҡаршы алды.
Межгорье ҡалаһын, Татлы ауылы халҡын һәм байрамдың абруйлы ҡунаҡтары иғтибарын бай концерт программаһы, милли уйындар һәм спорт ярыштары, "Ҡатай һылыуҡайы" конкурсы һәм «Таш күтәреү» көс ярышы йәлеп итте. Мәргән, таҫыллылар уҡтан атыу буйынса турнирҙа ҡатнашты, ә балалар «Йәш ҡатай» конкурсында ярышты. Ойоштороусылар ҡатай ырыуынан сыҡҡан, үҙ ырыуын һәм тыуған ҡалаһын юғары ҡаҙаныштары менән данлаған хөрмәтле кешеләрҙең хеҙмәттәрен дә билдәләп китергә онотманылар.
Байрамда милли мәҙәниәткә һәм тарихҡа һөйөү, дуҫлыҡ һәм татыулыҡ, ололарға тәрән ихтирам атмосфераһы хөкөм һөрҙө.
Башҡорт шәжәрәләре, милли кейем һәм көнкүреш әйберҙәре менән йыһазландырылған тирмәләр ҡунаҡтар өсөн ылыҡтырғыс урын булды. Һис тә ғәжәп түгел - мәҫәлән, боронғо кейемдәрҙе биҙәгән ҡайһы бер тәңкәләр 1900 йылғы ла булып сыҡты!
Ямантау төбәге өсөн һирәк күренеш - августа ла яндырып барған эҫелектә еләҫлек биреп саҡ ҡына ямғыр ҙа һибәләп үтте һәм рәхәтлек бирҙе.
Ҡыҫҡаһы, асыҡ йөҙлө ябыҡ ҡала был көндө ҡоласын киң асып, матур тәьҫораттар ҡалдырырлыҡ байрам үткәрҙе.

"Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнән алынды. Фотолар: "Наше время Межгорье" сайтынан. 

Тулыраҡ материалды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡығыҙ. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас