Йәмғиәт
25 Августа 2023, 04:59

Йәштәргә - гранттар

Бөрйән районында Волга буйы федераль округының IV «Йәштәр йыйыны-2023» йәштәр гражданлыҡ форумы сиктәрендә Йәштәр эше буйынса федераль агентлыҡтың йәштәр проекттарының Бөтә Рәсәй конкурсы үтте.

Йәштәргә - гранттарЙәштәргә - гранттар
Йәштәргә - гранттар

Дөйөм федераль грант фонды 6 402 000 һум тәшкил итә. Мәртәбәле конкурста ҡатнашыу өсөн 66 проект ебәрелде. Федераль гранттарға Башҡортостандың  14 йәш вәкиле лайыҡ булды. Гранттар һәр вәкилгә 97 мең һумдан 795 мең һумға тиклем бүленде.

Белорет районынан Азамат Төхвәтуллин “Мәктәптәрҙә рус хоккейы” үҫмерҙәр фестивале проектын тәҡдим итеп 750 000 һумлыҡ грантҡа эйә булды. Ҡотлайбыҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас