Йәмғиәт
4 Сентябрь 2023, 06:59

Иң ҙур Һөт фестивале үтте

Республикабыҙҙа етештерелгән һөт аҙыҡтары йәрминкәһе, балалар өсөн төрлө йүнәлештәге оҫталыҡ дәрестәре, матур фотозоналар, йәнең теләгән продукцияны һатып алыу, сағыу концерт — былар барыһы ла баш ҡалала ун беренсе тапҡыр үткән “Һөт иле” фестиваленең бер өлөшө генә! 

Иң ҙур Һөт фестивале үттеИң ҙур Һөт фестивале үтте
Иң ҙур Һөт фестивале үтте

Сара “Первушин” аэродромы тәҡдим иткән авиашоу менән асылды. Байрамға республика Башлығы Радий Хәбиров та килгәйне. Етәксе һөт етештереү буйынса республиканың илебеҙҙә өсөнсө урында барыуын билдәләне. Сифатлы ла, тәмле лә беҙҙең һөт! Бының шулай икәнен ҡунаҡтар Ағиҙел яры буйындағы Дуҫлыҡ монументы эргәһендә үк тиерлек тикшерә алды — һәр кешегә бер стакан тәмлекәс тәҡдим ителде.

Сараға килеүселәр үҙенә оҡшаған программаны үҙе төҙөнө. Матурлыҡ тыуҙыра белеүселәр нимә генә килтермәгәйне: ағас әйберҙәр, ырғаҡ менән бәйләнгән уйынсыҡтар, ыҫмаланан яһалған биҙәүестәр, ҡыҙҙар өсөн сәс таҫмалары...  Артабан Бөрйән, Белорет, Дәүләкән, Өфө, Нуриман һәм башҡа райондар тәҡдим иткән ауыл хужалығы продукцияһы этәҡдим ителде. Боланут, мәтрүшкә сәйе, ҡаҡ, башҡорт балы, ҡаҡланған ит алғың килһә — рәхим ит. Әммә халыҡ иң мыжғып торған урын, әлбиттә, һөттән эшләнгән аҙыҡ-түлек менән сауҙа рәттәрендә ине. Унда ҡырҡлап предприятие ҡатнашты. 

Балаларға аквагрим һәм һүрәт төшөрөү кеүек оҫталыҡ дәрестәренән тыш һөт лабораторияһы эше ҡыҙыҡлы булды. Эсемлектең составын микроскоп аша өйрәнергә мөмкинлек бирелде. Тематик костюмдар бәйгеһе, коляскалар ярышы, спорт уйындары, туңдырма оттороу байрамға йәм һәм сәм өҫтәне.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас