Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2023, 11:25

Бөгөн - һайлау

Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Илона Макаренко журналистар алдында сығыш яһаны.

Бөгөн - һайлау
Бөгөн - һайлау

Башҡортостан VII саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға 110 депутат һайланыға тейеш. Республикала 2023 йылғы һайлауҙар ысын мәғәнәһендә күләмле. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко әйтеүенсә, территориаль һайлау комиссиялары һәм участкалары һаны буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһенән генә ҡалыша.

Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе белдереүенсә, БР Үҙәк һайлау комиссияһынан тыш 69 территориаль һайлау комиссияһы һәм 3273 һайлау участкаһы йәлеп ителгән, уларҙың бер өлөшө һайлаусыларыбыҙҙың ваҡытлыса йәшәү урынында булдырылған.

– Бөгөн сәғәт 7-лә республикала 3273 һайлау участкаһы асылды. Уларҙа 28 меңдән ашыу кеше эшләй. Әлеге ваҡытта тауыш биреү тыныс, эш режимында бара. Бөтә көн барышында шулай үтһен тип  теләйбеҙ. Әле беҙҙең төп бурыс – бөтә һайлаусыларҙы һайлау участкаларында көтөп алыу.

Быйыл беҙҙә дистанцион рәүештә тауыш биреү ҡаралмаған. Беҙ әле башҡа төбәктәрҙең был өҫтәмә тауыш биреү формаһын өйрәнәбеҙ. Элекке традицион тауыш биреү формаһы һаҡланып ҡаласаҡ. Әлеге мәлдә дистанцион тауыш биреү Мәскәүҙә һәм тағы ла 24 төбәктә ҡулланыла. 

Иң әүҙем һайлаусылар - өлкән йәштәге кешеләр. Улар айырыуса гражданлыҡ яуаплылығын күрһәтә. Шуға ла таңғы сәғәт 7-нән ошо категорияға ҡараған кешеләр тауыш биргәндер, ти  Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе белдереүенсә, быйыл 18 йәше тулған 71031 кеше тәүге тапҡыр тауыш биреүҙә ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Улар һайлау участкаларына килер, үҙҙәренең хоҡуғы менән файҙаланыр, тип уртаҡлашты ул.

Шулай уҡ 25 меңгә яҡын “Мобиль һайлаусы” ҡушымтаһын файҙаланған, улар Берҙәм тауыш биреү көнөндә барған урындарында тауыш бирә ала.

 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас