Йәмғиәт
10 Сентябрь 2023, 03:42

Башҡортостанда һайлау башланды

Бөгөн республикала мөһим көн - Башҡортостан халҡы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайлай.

Башҡортостанда һайлау башландыБашҡортостанда һайлау башланды
Башҡортостанда һайлау башланды

Төбәк биләмәһендә һайлау процесын ойоштороу менән Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы һәм 69 территориаль һайлау комиссияһы шөғөлләнә.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә 3 мең 273 стационар һайлау участкаһы, һайлаусыларҙың ваҡытлыса булған урындарында 40 һайлау участкаһы эшләй.

Республикала махсус трафареттар һәм ҙур шрифт менән эшләнгән мәғлүмәт материалдарын файҙаланып, күреү һәләте буйынса инвалидтарға тауыш биреү өсөн Өфөлә (ике участка), Белоретта, Стәрлетамаҡт һәм Бәләбәйҙә (1-ешәр) участкалар билдәләнгән. 

Төбәктә алты исемле һайлау участкаһы бар. Улар дәүләт һәм хәрби эшмәкәрлектә, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары булған кешеләрҙең исемдәрен йөрөтә. Әбйәлил, Бәләбәй, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле райондарында Һәм Өфөнөң Дим районында ошондай һайлау участкалары биләмәһендә йәшәгән һайлаусылар тауыш биреү көнөндә һайлау хоҡуғынан файҙаланып ҡына ҡалмай, Башҡортостандың күренекле кешеләренең тормош юлы менән, ил тарихының данлы биттәре менән таныша ала.

Һайлауҙарҙы ойоштороу менән төрлө сәйәси партиялар, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары һәм һайлаусылар йыйылыштары тәҡдим иткән һайлау комиссияларының 28 000-дән ашыу ағзаһы шөғөлләнә.

Үҙеңдең һайлау участкаһын Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының электрон сервисы ярҙамында табырға мөмкин – http://www.cikrf.ru/digital-services/naydi-svoy-izbir..

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас