+14 °С
Облачно


Һайлауҙарҙа оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле Мөнирә Нуритдин ҡыҙы Сафуанова етәкселегендәге 1320-се һайлау участкаһында иртәнге 7-нән үк тәүгеләрҙән булып Миҙәхәт Ноғайғолов тауыш бирҙе. Бында сәғәт 10-дан мәктәп йәрминкәһе эшләй башланы. Көҙҙөң муллығы, матурлығы, хужабикәләрҙең,оҫталыҡтары ошонда сағыла.
Шулай уҡ Эльза Ирғәлина етәкселегендәге 1319-сы һайлау участкаһында ла халыҡ әүҙем булды. Һәр кем киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап үҙ тауышын илебеҙ, еребеҙ, халҡыбыҙ терәге булырҙай кандидаттар өсөн тауыш бирҙе.
Һүрәттә: Миҙәхәт Ноғайғолов.