Йәмғиәт
10 Сентября 2023, 06:33

Етәүһе тәүге тапҡыр һайлаясаҡ

Ҡаланың “Ынйыҡай” балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан 1304-се һайлау участкаһында әлеге мәлдә Берҙәм тауыш биреү көнө бара.

Етәүһе тәүге тапҡыр һайлаясаҡЕтәүһе тәүге тапҡыр һайлаясаҡ
Етәүһе тәүге тапҡыр һайлаясаҡ

Был участкала һайлаусыларҙың дөйөм һаны 1801 тәшкил итә. Шуларҙың 4-әүһе башҡа участкаларҙан һәм 4 кеше башҡа урынға йәшәргә күсеүе сәбәпле, башҡа урында тауыш бирергә ғариза яҙған.
Участка рәйесе Елена Байбордина әйтеүенсә, халыҡ иртә таңдан бик әүҙем һәм актив ағыла. Тәүге һайлаусыларҙы төнгө сменанан ҡайтыусылар һәм эшкә барыусылар тәшкил иткән. Бында “Берҙәм Рәсәй” һәм “Яңы кешеләр” сәсәйәси партияларынан күҙәтеүселәр, хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре эшләй. 18 йәше тулған 7 кеше тәү тапҡыр һайлаясаҡ. 18 йәшлек Степан Косарев та был көндө беренсе тапҡыр үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Киләсәктә лә бындай сәйәси ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмаясаҡмын, тип белдерҙе.
Дарья Никитина иһә бер йәше тулып барған улы Демид менән был көндө үҙ тауышын бирҙе, иҫтәлеккә фотоға төштө.
Зилә Теләмбитова өсөн был көн Белоретта беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашыуы менән иҫтәлекле буласаҡ: “Һайлауға бик етди әҙерләндем. Һуңғы көнгәсә кемгә тауыш бирергә тип уйланым. Был эшкә бик яуаплы һәм етди ҡарайым”, - тине ул.
“Һайлауҙың башҡа йылдарҙағы кеүек тыныс һәм тәртип боҙоуҙарһыҙ үтер, тип ышанам. Һәм халыҡтың барыһын да көтөп ҡалабыҙ”, - тине участка рәйесе Елена Валерьевна.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас