Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2023, 13:54

Күпме кеше тауыш биргән?

Һайлау барышы тураһындағы иң һуңғы мәғлүмәттәр Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында туплана.

Күпме кеше тауыш биргән?
Күпме кеше тауыш биргән?

Сираттағы брифингта Үҙәк һайлау комиссияҙы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов көндөҙгө 12 сәғәткә билдәле һандарҙы еткерҙе.

– Көн уртаһына һайлаусыларҙың 16,89 проценты тауыш бирҙе, – тине ул.

Уның әйтеүенсә, барлыҡ һайлау участкалары ла техник яҡтан тәьмин ителгән. Бөгөн беҙҙә һайлауҙарҙа яңы һанлы платформа һынала, тип белдерҙе Марат Ғәҙелов. Бындай платформа илдең ни бары алты төбәгендә генә һынау үтә. Мобиль участка һайлау комиссиялары ла әлегә беҙгә яңылык булһа, киләсәктә нәҡ улар күпселек буласаҡ икән.

Марат Гәҙелов һайлауҙың мәғлүмәт яҡтан яҡтыртылыуын да һөйләне. 

 #башкортостанвыборы2023

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас