Йәмғиәт
10 Сентябрь 2023, 08:44

Киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ!

Туҡанда Марина Борисовна Бочарова рәйеслегендәге һайлау участкаһында 500-гә яҡын һайлаусы иҫәпләнә.

Киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ!Киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ!
Киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ!

Халыҡ иртүк һайлауға ағылды. Ете кеше тәүге тапҡыр ҡатнашһа,бер тапҡыр ҙа һайлауҙы ҡалдымаған Анна Григорьевна Церковникованың йортона барып һайлаттылар.

Светлана һәм Николай Карьенколар, һәр ваҡыттағыса, үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡарайҙар (һүрәттә). Ә инде Людмила Леонидовна Дубровская (һүрәттә) һәммәһенә лә яҡшы кәйеф өҫтәп китте. Әйткәндәй, һайлау участкаһы ла байрамса биҙәлгән.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас