Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2023, 19:38

Оло йәштәгеләр әүҙем

Уҫмәнғәлеләр был юлы ла һынатмай. 1329-сы һайлау участкаһына быйыл тағы ла бер участка һайлаусылары өҫтәлеүгә ҡарамаҫтан, ошо сәғәттәргә тиклем 385 һайлаусының күпселеге үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Оло йәштәгеләр әүҙем
Оло йәштәгеләр әүҙем

Ә бит быйылдан был участкаға Ноҡат һаулаусылар ла ҡушылды. Сәйәси ваҡиғала ҡатнашып, үҙ позицияларын белдерергә теләгән һайлаусылар участка һайлау комиссияһының 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡанлығын ҡарап тормаған, һайлауҙарға килеп тә еткән. Ә бит 385 һайлаусының 149-ы Ноҡат ауылынан. Улар шәхсән килеп тауыштарын теләгән кандидаттарына тапшырҙы. Комиссия ағзалары етди сәбәптә арҡаһында һайлау участкаһына килә алмағандарҙы өйҙәрен барып һайлатты.
Уҫманғәленән Рәйсә Фәтҡутдинова Берҙәм һайлау көнөн үҙе бер байрам тип ҡабул итә. Һәм, милли кейемдә гражданлыҡ бурысын үтәп тә сыҡты.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас