Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2023, 09:15

Республика - икенсе урында

Башҡортостанда ҙур һайлау кампанияһы үтте. Ул күләме буйынса илдә Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, икенсе урында тора. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко брифингта ошо хаҡта белдерҙе.

Республика - икенсе урында
Республика - икенсе урында

Ул республика кимәлендәге һайлауҙарҙа - 110, урындағы һайлауҙарҙа 7 меңдән ашыу мандат урынлаштырылыуы хаҡында хәбәр итте. Депутат мандаттары өсөн 14 меңдән ашыу кеше көрәшкән. Һайлауҙарҙа туғыҙ сәйәси партия, шул иҫәптән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутат һайлауҙа кандидаттарҙың республика исемлеген теркәгән биш парламент партияһы ҡатнашты. Улар бер мандатлы округтарҙа кандидаттарҙың күпселеген тәҡдим иткән, улар менән бер рәттән “Йәшелдәр” Рәсәй Экологик Партияһы һәм “Родина” партияһы үҙ кандидаттарын ҡуйған.

Урындағы үҙидаралыҡ вәкәләтле органдарына һайлауҙа бөтә партияларҙан да вәкилдәрҙең кандидатуралары ҡуйылған, шул иҫәптән “Йәшелдәр” һәм “Граждандар платформаһы”, пенсионерҙар партияларынан. Үҙ-үҙен күрһәтеүселәр, шул иҫәптән Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға биш кандидат ҡатнашҡан.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас