

«Ҡасандыр беҙҙә сәләмәтлеккә талаптар арттырылған булған. Элек яҫы табанлыҡ менән дә хеҙмәткә алғандар, бер ниндәй проблема ла булмаған. Был – минең заманда ла, мин училищеға барғанда ла булды һәм шулай дауам итте. Хәҙер «айыу табаны» булған кеше хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булған ауырыу тип һанала. Был, һис шикһеҙ, хеҙмәт бурыстарын үтәүгә бөтөнләй зыян килтермәй торған сирҙәрҙе күметеү яғына үҙгәрәсәк», – дип аңлата Виктор Соболев.
Дәүләт Думаһы депутаты һүҙҙәренсә, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар өсөн ауырыуҙар исемлеген ҡыҫҡартыу Рәсәй армияһының һан составын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. «Кемдер Ватанды һаҡларға тейеш бит. Улайһа кемдеңдер балаһы икәү, кемдеңдер ауырыуы бар, һөҙөмтәлә, хеҙмәт итергә кеше юк», – тигән фекерҙә Соболев.
Ә һеҙ ниндәй фекерҙә?
Фото: newizv.ru