

«Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» асыҡ академияһы - «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды проекты, уның попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбированың башланғысы буйынса 2019 йылдың авгусынан республика ҡала һәм райондарында үткәрелә. Байрамға килгән һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған майҙансыҡ таба, яңыны белә, ә иң мөһим һәм файҙалы мәғлүмәт ала, алдынғы Өфө табиптарының консультацияларын ала, психологтарҙың лекцияларын тыңлай, мастер-кластарҙа ҡатнаша һәм хатта район визажистарынан, парикмахерҙарынан стилле образдар эшләтә алды.
Район Мәҙәниәт һарайында урынлашҡан, майҙансыҡтар эше менән Каринэ Владимировна үҙе лә танышты. Ул шулай уҡ район эшҡыуарҙары, һөнәрселәр, кулинарҙар күргәҙмәләрен ҡараны, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар майҙансыҡтарының эшен юғары баһаланы. Сара һуңында район мәҙәниәт йортоноң тамаша залында тантаналы сара уҙҙы.
Каринэ Хәбирова районда беренсе тапҡыр ғына булмауын, бында тәбиғәт кенә түгел, кешеләр ҙә матур, һөнәрле булыуын әйтеп үтте. Сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Байрамға Мәскәүҙән ҡунаҡтар - «Изге эштәр ваҡыты» акцияһын башлап ебәреүсе Геннадий Дюмин һәм «Мәрхәмәтлек баш ҡалаһы» хәйриә фонды директоры Анна Деникина килде. Улар ярҙамы менән Башҡортостанға сираттағы тапҡыр гигиена кәрәк-яраҡтары, балалар кейеме, канцелярия тауарҙары һәм уйынсыҡтар менән күп тонналыҡ йөк килтерелгән. Был ысынлап та ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә һәм балалар йорттарынан һәм приюттарҙан етем балаларға заказдар буйынса йыйылған кәрәкле сертификатты Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға тапшырҙылар, ул шулай уҡ «Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете биләмәһе»нә лә килгән. Ул, хәйриә ярҙамы министрлыҡтың ведомство ҡарамағындағы учреждениелары буйынса бүленәсәк, тип вәғәҙә итте.
Мәскәү меценаттары Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Тағы ла бер Рәхмәт хатын - «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» асыҡ академияһынан Каринэ Хәбирова Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа тапшырып күркәм байрам өсөн рәхмәт белдерҙе.
Байрам "Премьер" триоының матур концерты менән тамамаланды. Уны оҫта итеп Дмитрий Каретко алып барҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар яҡшы кәйеф, дәрт-дарман алып таралышты был күркәм саранан.