Шулай итеп, беҙҙең республика Рәсәйҙә Беларусь менән миллиардлы тауар әйләнешенә өлгәшкән етенсе төбәк булыуы мөмкин. Белоруссияның Рәсәйҙәге илсеһе Дмитрий Крутой «Беларусь-1» телеканалына интервьюһында ошо турала белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, быйыл Белоруссияның Башҡортостан менән тауар әйләнешенең 500 миллион долларға етеүе көтөлә, ә республикаға экспорт һандарын әле үк башҡа илдәр, мәҫәлән, Азербайжан һәм Төркиә менән сағыштырырға була.
«Башинформ» Башҡортостанда Белоруссияның «Амкодор» холдингы предприятиеларын асыу тураһында ла хәбәр иткәйне.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-10-16/bashkiriya-mozhet-dostich-milliardnogo-tovarooborota-s-belarusyu-v-blizhayshie-2-3-goda-3479550