

Сара барышында Белорет, Межгорье ҡалаларының, Белорет, Әбйәлил һәм Бөрйән райондарының 100-ҙән ашыу кешеһе ҡабул ителгән.
Көнүҙәк мәсьәләләр булып ярҙам сараларын алыу, дауалауҙа, документтарҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам итеү тора, шулай уҡ социаль, юридик һәм психологик ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Уларҙың күбеһе буйынса ҡарар урында ҡабул ителгән, бер өлөшө белгестәр тарафынан эшкә алынған. Мәҫәлән, шул уҡ көндө дүрт кешене медицина учреждениеһына оҙатыу мәсьәләһе хәл ителгән, тағы бер нисә ғариза биреүсе республика психологтарынан профессиональ ярҙам аласаҡ.
Төбәктә «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һөйләүенсә, «Ярҙам поезы»акцияһын үткәреү буйынса фонд республика халҡынан ыңғай яуаптар ала.
“Беҙ “Ярҙам поезы" эшләгән һәр ҡалала Башҡортостан халҡынан яҡшы баһа алабыҙ. Был бик мөһим һәм акцияның ваҡытында һәм кәрәкле булыуын аңларға ярҙам итә. "Ярҙам поезы" күпселек мәсьәләләрҙе урында һәм тотҡарлыҡһыҙ хәл итеү өсөн профессиональ белгестәр командаһын йыйған. Беҙ ғәҙеллек, хәстәрлек һәм ихтирам принциптары буйынса эш итәбеҙ, ғүмерен һәм һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, алғы һыҙыҡта булғандарға һәм ауыр яралар менән өйҙәренә ҡайтҡандарға ярҙам күрһәтәбеҙ. Улар үҙҙәрен онотолған итеп тоймауы бик мөһим. Был йәһәттән беҙ барыбыҙ ҙа берҙәм булырға тейешбеҙ», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гөлнур Ҡолһарина.
Граждандарҙы ҡабул иткәндән һуң министрлыҡ һәм ведомство белгестәре, хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙары ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үткәрҙе, унда ветерандарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Мәғлүм булыуынса, «Ярҙам поезы» проектын «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы тормошҡа ашыра. Фонд филиалы белгестәре менән берлектә республика министрлыҡтары, ойошмалары, ведомстволары һәм башҡалар ҡатнаша.
Акция быға тиклем Күмертау һәм Сибай ҡалаларында, шулай уҡ Салауат районының Малаяҙ ауылында үткән.
«Ярҙам поезы» сиктәрендә граждандарҙы киләһе ҡабул итеү Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойоштороласаҡ.
Фото: «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды филиалы.