Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2023, 12:21

Яңы шарттар барлыҡҡа килеүе ихтимал

Әсәлек капиталын тыуғанда уҡ Рәсәй гражданлығы булған балаларға ғына алырға мөмкин. Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа ошондай башланғысты ҡабул итте.

Яңы шарттар барлыҡҡа килеүе ихтимал
Яңы шарттар барлыҡҡа килеүе ихтимал

Әлеге ваҡытта закон буйынса әсәлек капиталын алыусы ла, бала ла Рәсәй гражданлығына эйә булырға тейеш.

«Ярҙам сараһын алыу өсөн бала Рәсәйҙә тыуырға тейеш. Был гражданлыҡ тураһында закон менән билдәләнә. Мәҫәлән, әгәр ата-әсәнең икеһе лә — Рәсәй Федерацияһы граждандары йәки ата-әсәнең береһе — Рәсәй Федерацияһы, ә икенсеһе сит ил гражданы булһа, әсәлек капиталын алырға мөмкин. Төп шарт — баланың Рәсәйҙә тыуыуы », — тип хәбәр итә Дәүләт Думаһының телеграм-каналы.

Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәр әсәлек капиталына хоҡуҡлы, уларҙың Рәсәй гражданлығын ҡасан алыуы мөһим түгел.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас