Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2023, 17:31

Мотоуҡсылар полкы яугирҙарына - дәүләт наградалары

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы командирының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары подполковник Рөстәм Шаһабетдинов хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә махсус хәрби операция зонаһында хәрби подразделение яугирҙарының үҙ бурыстарын нисек үтәүе хаҡында һөйләне. Беҙҙең полк август аҙағынан бирле шунда, ошо ваҡыт эсендә 65 яугир бүләкләнде, ә 224-е наградаға тәҡдим ителде.

Мотоуҡсылар полкы яугирҙарына - дәүләт наградалары
Мотоуҡсылар полкы яугирҙарына - дәүләт наградалары

Полк командиры урынбаҫары командование һәм бөтә яугирҙар исеменән республика етәкселегенә мотоуҡсылар полкына һәр яҡлап әхлаҡи һәм матди ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Даян Мурзин, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Таһир Күсимов исемендәге башҡорт батальондары алдынғы позицияларҙа тора. Улар барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Сергей Зорин исемендәге башҡорт батальонының заманса танктары бар. Хәрби подразделениелар ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәй. Әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Кәрәк  икән, алыш ваҡытында рация аша башҡорт йәки татар телдәрендә аралашабыҙ. Беҙҙең полктың хәҙер үҙенең гимны бар. Һүҙҙәрен ротабыҙ замполиты яҙҙы», - тине «Башҡортостан» полкы командиры урынбаҫары.

Ул яугирҙар исеменән республика халҡына һәм Башҡортостан Башлығына ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Яңыраҡ бер кәңәшмәлә армия замполиты республиканың һәм Башлыҡтың беҙҙең полкка нисек ярҙам күрһәтеүен өлгө итеп ҡуйҙы. Беҙ һынатмаҫбыҙ, Еңеү беҙҙең яҡта булыр», - тине Рөстәм Шаһабетдинов.

Бынан алдараҡ Башинформ «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙарының махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыуҙарын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-11-20/65-boytsov-motostrelkovogo-polka-bashkortostan-nagrazhdeny-gosnagradami-3528519

 

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: