Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2023, 10:32

Башҡортостан ҡасаҡтарҙы ҡабул итергә әҙерләнә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Палестинаны ташлап китергә мәжбүр булған граждандар өсөн ваҡытлыса урынлашыу пункттарын ойошторорға ҡушты. Был хаҡта республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Башҡортостан  ҡасаҡтарҙы ҡабул итергә әҙерләнә
Башҡортостан ҡасаҡтарҙы ҡабул итергә әҙерләнә

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Александр Куренков илебеҙҙә Палестина ҡасаҡтарын урынлаштырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ултырышта Палестинанан 250-гә яҡын ҡасаҡты Башҡортостанға ебәреү мөмкинлеге ҡаралды. Шул уҡ ваҡытта төбәктең ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү тәжрибәһе иҫәпкә алынды.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Радий Хәбиров Башҡортостандың дин әһелдәренең һәм халыҡтың Палестинаның тыныс халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү тураһында башланғысын хупланы. Һүҙ дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым ебәреү хаҡында бара. Кәрәк-яраҡтарҙы йыйыу «Башсельхозтехника» предприятиеһығы республика логистика үҙәгендә ойошторолдо.

«Башҡортостан һәр ваҡыт яфа сигеүселәргә һәм мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙа. Йылдар буйына Донбасс халҡына ярҙам иттек, Сүриәгә гуманитар ылау оҙаттыҡ, ҡотҡарыусыларыбыҙ Төркиәлә ер тетрәүҙән күреүселәрҙе емереклектәр аҫтынан сығарҙы, республикабыҙ табиптары ковид осоронда Ҡырғыҙстанда һәм Абхазияла сирлеләрҙе дауаланы. Әлбиттә, бөгөн беҙ Палестинала йәшәгән тыныс халыҡтың яҙмышына битараф ҡала алмайбыҙ. Башҡортостанда күптәр беҙгә «Уларға нисек ярҙам итергә мөмкин?» тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Беҙ уларға мотлаҡ ярҙам күрһәтербеҙ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-21/bashkiriya-gotovitsya-prinyat-do-250-palestinskih-bezhentsev-3530533

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: