Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында ошо турала белдерҙе.
«Ысынында иһә мөмкинлектәр бик күп. Беҙҙең иҡтисад та оҡшаш. Ҡаҙағстанда бизнес менән шөғөлләнеү структуралары ла беҙгә аңлайышлы. Әлбиттә, уртаҡ тамырҙар, ғөрөф-ғәҙәттәр мөһим роль уйнай. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ.
Белеүегеҙсә, Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡаҙағстан президенттары ҡарары менән киләһе йылда ике ил төбәктәренең форумы Өфөлә ойошторола. Был да мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш. Ҡаҙағстанды стратегик партнер итеп күрәбеҙ», - тине Радий Хәбиров.
https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-11-23/vneshneekonomicheskie-otnosheniya-bashkortostana-i-kazahstana-nahodyatsya-na-vzlete-3534940