Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2023, 12:42

Яугирҙарға күстәнәс әҙер!

Аллаға шөкөр, бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарыбыҙға күстәнәс әҙерләнек, иҫән-һау ашаһындар, иҫән-һау, теүәл генә тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһындар.

Яугирҙарға күстәнәс әҙер!
Яугирҙарға күстәнәс әҙер!

"Быҡтырылған ит консервалары эшләргә ярҙам иткәндәре өсөн Зилә Бәхтийәроваға, Юлиә Хажиәхмәтоваға, Зилә Насироваға ҙур рәхмәт!" – ти Ноҡат ауылынан Ләйсән Солтанова.

Ноҡат ауылы халҡы был изге эште эшҡыуар Вил Солтанов тәҡдиме менән башҡарған. Йүнсел консерва эшләр өсөн ит биргән, ә ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары изге эште атҡарып та ҡуйған. Афариндар!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: