Йәмғиәт
29 Ноября 2023, 12:25

Еңеүгә өлөш индерәләр

Яҡташтарҙың ярҙамы махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Хәрби операция башланғандан алып Белорет һәм район халҡы яҡташ хәрбиҙәргә ярҙам итә, кейем, медикаменттар, кәрәк-яраҡ тауарҙары һәм аҙыҡ-түлек менән посылкалар йыя.

Еңеүгә өлөш индерәләрЕңеүгә өлөш индерәләр
Еңеүгә өлөш индерәләр

Был юлы Мулдаҡай халҡы ҙур өлөш индерҙе. Ауылда етмеш кеше йәшәүгә ҡарамаҫтан, аҡса йыйып, шәхси гигиена тауарҙары һәм төп кәрәк-яраҡтар һатып ала. Ҡатын-ҡыҙҙар йылылыҡ һәм хәстәрлек менән һалма, борщ, май әҙерләй, бал һала, йылы ойоҡбаштар, бейәләй-бирсәткәләр бәйләй. Ауыл старостаһы Данияр Һөнәрғолов, ауыл китапханасыһы Раушания Вәлиева һәм социаль хеҙмәткәр Әлиә Һөнәрғолова ярҙамды ойоштороп, район хакимиәтенә алып килә.

- Мулдаҡайҙарға изге эше өсөн бөтә йөрәктән рәхмәт белдерәм! Белорет яугирҙарына киләһе аҙнала сираттағы гуманитар конвой менән посылкалар алып барасаҡбыҙ, - ти хакимиәт башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас