Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2023, 22:36

Хаҡлы ялдағыларға был программа кәрәк

Башҡортостан Башлығына “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы тураһында һорау бирелде.

Хаҡлы ялдағыларға был программа кәрәк
Хаҡлы ялдағыларға был программа кәрәк

– “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы дауам итәсәк. Әлегә 20 мең кеше ял итте. Минеңсә, йылына 50 мең кешене ебәрергә була. Тик финанстар проблемаһы арҡаһында ғына быны эшләй алмайбыҙ. Киләһе йылға йәнә 20 мең кешене ебәрергә планлаштырҙыҡ. Бәлки, 30 меңгә еткереп булыр һәм артабан арттыра барырбыҙ. Ни өсөнмө? Сөнки беҙҙең пенсонерҙар хаҡлы ялға киткәс, балалары үҫкәс, үҙ эсенә бикләнә, өйҙәрендә ултыралар... Был программа менән уларға йәшлектәренә әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеге бирәбеҙ. Улар таныша, йырлаша, күңел аса. Матур программа, уны үҫтерәсәкбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр үҙ ауылдары, райондарынан сыҡмай, Өфөнө күрмәгәндәр ҙә бар бит, – тине ул.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, был программаның мөһимлеге шунда: уны дәүләт субсидиялай. Вәдүт Исхаҡов был туристик квотаны йыл һайын ветеран-журналистарға ла биреүҙе һораны.

– Бындай йөкләмәне әҙерләгеҙ. Квотағыҙҙы өйрәнербеҙ һәм мотлаҡ рәүештә уларҙы ла индерербеҙ. Кешеләр лайыҡлы эшләгән. Һәм улар ветеран-пенсионер булһа ла, барыбер яҙыуын дауам итәсәк, сәфәрҙәре тураһында ла тәьҫораттары менән уртаҡлашыр ине, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: