Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2023, 17:11

"Хазина" - беренсе!

23-25 ноябрҙә Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмә комплексы майҙансығында VIII халыҡ-ара "БЕҘҘЕҢ БРЕНД" аҙыҡ-түлек фестивале үтте. "БЕҘҘЕҢ БРЕНД" фестивале йыл һайын үткәрелгән сара  - ул Башҡортостан Республикаһында берҙән-бер махсуслашҡан проект.

"Хазина" - беренсе!
"Хазина" - беренсе!

Быйылғы аҙыҡ-түлек фестивалендә Рәсәйҙең 14 төбәгенән 130-ҙан ашыу экспонент ҡатнашып, күргәҙмәне 7200-ҙән ашыу кеше ҡараны. Йыл һайын район-ҡала етештереүселәре был сарала ҡатнаша һәм лайыҡлы наградалар ала. Быйыл Иҙел башынан "Хазина" кооперативы - ит ярымфабрикаттары, "Симоновтың ит ихатаһы" кооперативы - колбасалар һәм деликатестар, "Башпчелпром-Б" - умартасылыҡ продукцияһы тәҡдим итте. 

Күргәҙмәлә Гөлгенә Бадалова етәкләгән "Хазина" кооперативы етештергән "Гурман" мантыһы алтын миҙал һәм I дәрәжә Диплом менән бүләкләнде. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: