Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2023, 21:26

Республикала ниндәй юлдар тѳҙѳлѳр?

Башҡортостан Башлығының тура бәйләнешенә килгән һорауҙарҙың ҙур өлөшө көтөлгәнсә юлдар темаһына арналды.

Республикала ниндәй юлдар тѳҙѳлѳр?
Республикала ниндәй юлдар тѳҙѳлѳр?

Иглин районының Боланторған ауылында йәшәгән Елена Ҡалтаева “Төҙөүсе” баҡсасылар ширҡәте исеменән юл төҙөү тураһында һорау бирҙе. Бында юлдың бер өлөшө төҙөлгән, әммә уны дауам итеү кәрәк.

Радий Хәбиров республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән Ауыл хужалығы министрлығына был баҡсаларҙың ҡайҙалығын асыҡларға һәм юлдарҙы яңыртыу эшен дауам итергә ҡушты.

– Беренсе тапҡыр аҡсаны баҡсасылар ширҡәттәренә юлдарҙы яңыртыу, электр менән тәьмин итеү һәм сүп-сарҙы йыйыштырыуға бүлә башланыҡ. Баҡса – ул ял урыны ла, аҡса эшләү мөмкинлеге лә, ҡышҡылыҡҡа ризыҡ әҙерләү мөмкинлеге лә. Шуға баҡсасыларҙың юл һорауы аңлашыла. Киләһе йылға аҡса шулай уҡ һалынды. СНТ-ға юл һалыу өсөн уның эсендә тәртип булырға, электрға түләнгән, дисциплина булған, етәксеһе эшләгән булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Социаль селтәрҙәр аша Нөгөш һыуһаҡлағысына барған юлды ремонтлауға бәйле һорау килде.

– Дөйөм алғанда республиканың туристик объекттарына яҡшы юлдар төҙөйбөҙ. Быйыл мәҫәлән, Ишембай районында Верхотор ауылынан Мәләүез районының Воскресенское ауылына тиклем юл тәртипкә килтерелә. Һыуһаҡлағысҡа барған туристарҙың бер өлөшө ошо юлдар аша ебәреләсәк. Министрлыҡҡа ҡушам, юлдың торошон өйрәнһендәр. Ғөмүмән, туристик объекттарға юл төҙөү мәсьәләһе көнүҙәк, Туризм министрлығы ярашлы программа эшләргә тәҡдим итә. Әле Салауат районында “Салауат ерендә” үҙенсәлекле паркына дүрт километр оҙонлоғондағы юлды эшләйбеҙ. Ишембай районында Ҡуҡрауыҡ шарлауығына рулдә барғайным, тәгәрмәсем тишелде. Хәҙер унда ла юл эшләнәсәк. Иҫләйһегеҙме, биш йыл элек Шүлгәнташҡа юл юҡ ине, хәҙер барыһы ла бар, – тине ул.

Өфө ҡалаһының Ленин районында йәшәгән кешеләр Алексеевка шоссеһы һәм Затон күперендәге тығындар проблемаһын күтәрҙе. Улар Интернациональ урамында Өфөнөң төньяғын Алексеевка ауылы менән тоташтырыусы күпер төҙөлөрмө тип һораны.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, был идея электән бар һәм әле юл проектлана.

– Күпер төҙөлөшө буйынса әүҙем һөйләшеүҙәр бара. Эйе, әлеге ваҡытта был күпер өсөн ниндәйҙер ҙур федераль аҡсаға өмөт итә алмайбыҙ. Кәмендә 20 миллиард һум кәрәк. Шуға күрә беҙ шәхси компаниялар менән дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә күпер төҙөргә һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Көнсығыш сығыу юлы ошо шарттарҙа төҙөлә. Үҙебеҙҙең дә аҡсаны түләргә тура киләсәк. Нисек булһа ла күпер төҙөлөргә тейеш, - тине ул. 

Фото: главарб

 

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: