-12 °С
Болотло
Шулай уҡ ул урындағы халыҡтан спорт объектын ҡуйыу оҙаҡҡа һуҙылғаны өсөн ғәфү үтенде. Уның һүҙҙәренсә, был өлөшөн тамамлауға участка хужаһы менән проблемалар ҡамасаулай.
- Әммә йыл аҙағына тамамларға планлаштырабыҙ, балалар Яңы йыл каникулдарынан һуң яңы мәктәпкә барасаҡ, - тип ышандырҙы Радий Хәбиров.
Трансляция мәлендә башлыҡ белореттар менән аралаша. Ҡала халҡы Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе һәм уны 8-се мәктәпте асыу тантанаһына саҡырҙы. Төбәк етәксеһе бының өсөн ваҡыт бүлергә тырышасағын вәғәҙә итте.