«Республика халҡы тура бәйләнеш барышында юлдар, күперҙәр төҙөүгә, транспортҡа ҡағылышлы һорауҙар бирҙе, күптәрҙе тығындар проблемаһы борсой. Радий Хәбиров, вәғәҙә иткәнсә, уларға ғәҙел яуаптар бирҙе, ҡайһы берәүҙәр буйынса йөкләмәләр бирҙе. Әлбиттә, был проблемаларҙы хәл итеү өсөн ҙур финанс сығымдары талап ителә. Республика етәксеһе бойомға ашмаҫлыҡ вәғәҙәләр бирмәне. Мәҫәлән, Ағиҙел аръяғында күпер төҙөлөшөнә килгәндә, ул тураһын әйтте: халыҡҡа бер аҙ көтөргә кәрәк. Салауат Юлаев проспектын Интернациональ урамына тиклем оҙайтыу, күпер һалыу буйынса эштәрҙе финанслау механизмы хаҡында һөйләне. Тура бәйләнеш ваҡытында спортты, туристик инфраструктураны үҫтереү һәм башҡа һорауҙар ҙа булды. Ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә йәмғиәттә асыҡтан-асыҡ тикшерелә. Был иһә республикабыҙҙы үҫтереү өсөн бик мөһим тип иҫәпләйем», - тип билдәләне Елена Шевалдина.