Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2023, 16:18

Ғаризалар ҡабул ителә

30 ноябренән Белореттың күп функциялы үҙәге офисында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының, шулай уҡ үҙмәшғүлдәрҙең эшмәкәрлеген субсидиялауға ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Ғаризалар ҡабул ителә
Ғаризалар ҡабул ителә

 “Үҙәк хеҙмәткәрҙәре кәрәкле документтар пакеты буйынса консультация бирә һәм субсидияға ғаризалар ҡабул итә. Түләүҙәр тәғәйенләү тураһында ҡарарҙы туранан-тура Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы хакимиәте ҡабул итә. Төрлө маҡсаттар өсөн документтар пакеты айырыла, уның менән күп функциялы үҙәк сайтында, контакт-үҙәк телефоны аша йәки яҡындағы офисҡа мөрәжәғәт итеп танышырға мөмкин”, тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова.

Сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялау түбәндәге йүнәлештәр буйынса тормошҡа ашырыла:

- Рәсәй лизинг ойошмалары менән төҙөлгән лизинг килешеүе буйынса тәүге взносты һәм лизинг түләүҙәрен түләү;

- төп саралар һатып алыу;

- бинаның, уның өлөшөнөң һәм ер участкаһының ҡуртым хаҡын түләү һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү;

- инженер инфраструктураһын тоташтырыу;

- Рәсәй кредит ойошмаһында инвестиция маҡсатында төҙөлгән кредит килешеүе буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн түләү буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау, иҫәпләнгән проценттарҙы ваҡытында түләү һәм кредит килешеүенә ярашлы кредитты ваҡытында ҡаплау шарты менән, финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткәнгә тиклем, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъектына бирелә;

- бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъектының башланғыс стадияһында планлаштырылған сығымдарының бер өлөшөн финанс ярҙамы менән тәьмин итеү.

Белорет күп функциялы үҙәге офисы түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: 5 июль 3. Эш режимы менән Башҡортостандың күп функциялы үҙәгенең рәсми сайтында танышырға мөмкин. Сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға ғаризалар ҡабул итеү 2023 йылдың 29 декабренә тиклем дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәтте контакт-үҙәк телефоны буйынса алырға мөмкин: +7 347 246-55-33 / +7 927 333 -31-00.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: