Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2023, 16:02

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” ҡатнашыусыларҙы саҡыра!

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Конкурс әхлаҡи-эстетик мәҙәниәт нигеҙҙәрен булдырыу, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” ҡатнашыусыларҙы саҡыра!
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” ҡатнашыусыларҙы саҡыра!

Конкурста башҡорт телендә һөйләшкән, законлы никахта торған, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төбәктәрендә йәшәгән, балалар тәрбиәләгән ғаиләләр ҡатнаша ала. 
Беренсе (зона) этаптың конкурс эштәре буйынса ғаризалар (ғариза, анкета һәм видеоролик) Октябрьский, Күмертау, Салауат, Өфө, Нефтекама, Сибай, Белорет ҡалалары, Тәтешле райондары үҙәгендә һәм Өфөнөң Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонда билдәләнгән туғыҙ зона буйынса ҡабул ителә. Конкурс өс муниципаль, зона һәм республика  этаптарында үтә. I этап  2023 йылдың 1 декабренән 2024 йылдың 11 ғинуарына тиклем үтә. II этап, зона, 2024 йылдың 11 ғинуарынан 1 февраленә тиклем үтә. Конкурстың зона этабының ойоштороу комитеты конкурс материалдарын 2024 йылдың 9 февраленә тиклем ҡабул итә һәм тикшерә. Зона этабы жюриһы һәр номинация буйынса конкурстың зона этабы еңеүсеһен билдәләй.
Етенсе, Белорет зонаһына Белорет һәм Межгорье ҡалалары, Белорет, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондары инә. Бәйләнеш телефоны: Овчинникова Ольга Борисовна, тел.: +79053523975.

Еңеүселәрҙең исеме 1 мартта Стәрлетамаҡта Башҡорт ғаиләһе көнөндә үтәсәк финалда иғлан ителәсәк.

Асыҡ конкурсты ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто сығыш яһай.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас