

Дәүләт Думаһы депутаттары хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы яңы тәғдим менән сыҡҡан. Андрей Гурулев менән Виктор Соболев хәрби хе:мәт срогын ике йылға тиклем арттырырға кәрәк, тип һанай.
Улар фекеренсә, һалдаттар ярты йылда хәрбит күнекмәләр үтергә, ә ҡалған 1,5 йылда хәрби ғәскәрҙәр сафында хеҙмәт итергә тейеш. Был Рәсәйҙең ысындан да көрәшә алыу ҡеүәтен артырыр ине, ти парламент вәкилдәре.
Илдең Оборона министрлығы хәрби хеҙмәткә алыныу өсөн сәләмәтлеккә бәйле булған талаптарҙы үҙгәртергә тәҡдим итә. Башланғыс хәрби хеҙмәтте үтәү өсөн сәләмәтлегендә артыҡ мөһим булмаған кәмселекле ир-егеттәрҙе армияға алыу тураһында һүҙ бара.
Фото: "Башинформ".