Йәмғиәт
11 Декабря 2023, 12:05

Яңы йыл байрамдарын ҙурҙан үткәрмәҫкә саҡырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, илебеҙҙең Украина биләмәһендә махсус хәрби операция үткәреүен иҫәпкә алып, чиновниктарҙы яңы йыл байрамдарын шау-шыуһыҙ ғына билдәләргә саҡырҙы.

Яңы йыл байрамдарын ҙурҙан үткәрмәҫкә саҡырҙыЯңы йыл байрамдарын ҙурҙан үткәрмәҫкә саҡырҙы
Яңы йыл байрамдарын ҙурҙан үткәрмәҫкә саҡырҙы

«Муниципалитет башлыҡтарын төрлө фейерверктар менән мауыҡмаҫҡа саҡырам. Дәүләт һәм муниципаль учреждениелар етәкселәренән яңы йыл корпоративтарын та шау-шыуһыҙ үткәреүҙәрен һорайым, һеҙгә коллектив менән бергә йыйылып, бер бокал шампан шарабын эсеүҙе берәү ҙә тыймай, ләкин әйҙәгеҙ артығын ҡыланмайыҡ. Тыйнаҡлыҡ тигән төшөнсә бар, аҡсаны ла һаҡсыл тотонорбоҙ. Ләкин етәкселәрҙең бурысы - халыҡтың ял итеү, концертҡа, театрға барыу мөмкинлеге булһын өсөн барыһын да эшләү», - тине Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-11/radiy-habirov-prizval-chinovnikov-skromnee-provodit-novogodnie-prazdniki-3560438

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас