Йәмғиәт
14 Декабря 2023, 10:24

Владимир Путин - мобилизацияның икенсе тулҡыны тураһында

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йыл йомғаҡтары буйынса ҙур матбуғат конференцияһы барышында хәбәр итеүенсә, мобилизацияланған хәрбиҙәребеҙ яҡшы һуғыша, улар араһында 14 Рәсәй Геройы бар. Хәҙер доброволецтарҙы йәлеп итеү буйынса ҙур кампания бара, уларҙың ағымы туҡтамай, тип билдәләне ул.

Владимир Путин - мобилизацияның икенсе тулҡыны тураһындаВладимир Путин - мобилизацияның икенсе тулҡыны тураһында
Владимир Путин - мобилизацияның икенсе тулҡыны тураһында

Рәсәй армияһына доброволецтар күп килә, тине ул. Көн һайын мең ярым кеше Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафына баҫа.

«Кисә миңә 486 мең доброволец йыйылыуы хаҡында мәғлүмәт бирҙеләр. Йыл аҙағына тиклем ярты миллионға етергә тейеш, шуға күрә мобилизация булмай», - тип билдәләне Владимир Путин.

Доброволецтар һәм контрактсылар тигеҙ шарттарға ҡуйылырға һәм дәүләт яғынан бер төрлө ярҙам алырға тейеш, тип өҫтәне ул.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-12-14/vladimir-putin-otvetil-na-vopros-o-vtoroy-volne-mobilizatsii-3565805

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас