Йәмғиәт
15 Января 2024, 07:36

Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу!

2024 йылда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының белем биреү учреждениеларына абитуриенттар йыйыу. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының юғары белем биреү ойошмаларына уҡырға инеү өсөн 17-30 йәшлек егеттәрҙе һайлап ала.

Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу!Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу!
Шундай һөнәр бар – кешеләрҙе ҡотҡарыу!

Бюджет нигеҙендә уҡырға ингән егеттәргә көндөҙгө уҡыуҙы үтергә тәҡдим ителә:

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәте академияһы (Мәскәү ҡалаһы) "Янғын хәүефһеҙлеге" һөнәре буйынса;

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Рәсәй Федерацияһы Геройы армия генералы Е.Н. Зиничев исемендәге Санкт-Петербург дәүләт автономиялы хеҙмәте университеты (Санкт-Петербург) “Хеҙмәт эшмәкәрлеге психологияһы” һөнәре буйынса;

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәте институты (Екатеринбург ҡалаһы) “Техносфера хәүефһеҙлеге”, “Янғын хәүефһеҙлеге” һөнәрҙәре буйынса.

Берҙәм дәүләт имтиханын: рус теле, математика (профиль), физика/химия/информатика (һайланған һөнәргә ҡарап) тапшырырға кәрәк. Уҡыу барышында курсанттарға ай һайын аҡсалата тәьминәт түләнә, курсанттар бушлай йәшәү, туҡланыу, кейем-һалым, каникуляр ял үткәрелгән урынға йыл һайын түләүле юл менән тәьмин ителә.

Федераоль янғынға ҡаршы хеҙмәттә уҡыған һәм артабан хеҙмәт иткән осорға хәрби хеҙмәткә саҡырылыуҙан кисектереү ҡаралған. Уҡыуҙы тамамлағас, сығарылыш уҡыусыларына "эске хеҙмәт лейтенанты" махсус званиеһы бирелә, эшкә урынлашыу гарантиялана.

Бөтә һорауҙар буйынса һеҙгә консультация биреләсәк. 8 (34792) 3-13-26, 8 (34792) 5-87-98 (Глазова Анастасия Николаевна) Ҡабул итеү: г . Белорет урамы. М. Ғафури, 39-сы йорт (кадрҙар бүлеге).

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас