Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2024, 11:29

Генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнделәр

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙарын генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне.

Генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнделәр
Генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнделәр

«Былтыр декабрҙә «Башҡортостан» полкы көсө менән дошмандың ҡурғауылы өҙөлдө. Командование «Башҡортостан» полкының хеҙмәтен юғары баһаланы», — тине Радий Хәбиров.

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн яҡташтарыбыҙ Линар Вәлишин, Сергей Винокуров, Илдар Илазов, Анатолий Гребенщиков, Сирин Ильяминов, Александр Колесников, Дмитрий Мещеряков, Сергей Минаев, Александр Сандалов, Азат Сәфәрғәлин, Рафаил Собханғолов һәм Сердар Шакулиев генерал Шайморатов миҙалы менән наградланды.

«Хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Барығыҙҙың да иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ. Һеҙҙе ярҙамыбыҙҙан ташламаҫбыҙ. Командованиеға һәм егеттәргә беҙҙән рәхмәт һүҙҙәрен еткерегеҙ. Ғаиләгеҙҙә барыһы ла яҡшылыр тип ышанам. Әгәр һорауҙарығыҙ бар икән, мөрәжәғәт итегеҙ», — тине Радий Хәбиров.

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы республиканың ғорурлығы булып тора, тип билдәләне республика етәксеһе.

Фото: Башинформ, glavarb.ru

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-01-15/radiy-habirov-nagradil-voinov-svo-iz-bashkirii-medalyu-generala-shaymuratova-3602927

 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас