Йәмғиәт
17 Января 2024, 14:12

Башҡортостан стендын милли баш кейеме рәүешендәге арт-объект биҙәй

Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһендә Башҡортостан стендын ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли баш кейеме «ҡашмау» рәүешендәге арт-объект биҙәй.

Башҡортостан стендын милли баш кейеме рәүешендәге арт-объект биҙәйБашҡортостан стендын милли баш кейеме рәүешендәге арт-объект биҙәй
Башҡортостан стендын милли баш кейеме рәүешендәге арт-объект биҙәй

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме, ғәҙәттә, тәңкәләр, сулпылар һәм төрлө мәрйендәр менән биҙәлә. Арт-объект рәүешендә эшләнгән ҡашмау хәҙер күргәҙмәгә килеүселәрҙең иғтибарын үҙенә тартып тора.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында белдереүҙәренсә, арт-объекттың ҙурлығы – 6-ға 3 метр. Был конструкция 45 метр ҡыҙыл туҡыманан тегелгән тышлыҡ менән ҡапланған. Сәйлән урынына 2500 шар файҙаланылған. Авторҙар әйтеүенсә, ҙур тәңкәләр һәм сулпылар эшләү өсөн махсус технология ҡулланылған.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли баш кейеме бик күп көмөш биҙәүестәрҙән һәм ынйы-мәрйендәрҙән тора. Баш кейемдәре сағыу биҙәлеше менән айырыла. Өҫтәүенә, ҡашмау туй йолаһының төп атрибуты һанала. Уны никахтан һуң йәш кәләшкә кейҙергәндәр, йәғни, ул ир ҡатыны билдәһе булған, байрамдарға кейгәндәр. Өлкән йәштә инде ҡашмау урынына таҫтар ябынғандар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 16 ғинуарҙа Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында «Башҡортостандың йәнле традициялары» халыҡ ижады аҙналығы эшләй башланы. 16-21 ғинуарҙа ВДНХ-ның 75-се павильонында республиканың милли мәҙәниәте менән танышырға мөмкин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас