Форум Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса үткәрелде . 15 ғинуарҙа сара бер майҙансыҡта илдең 7,5 меңдән ашыу муниципалитет башлығын йыйҙы. Был Рәсәй тарихында тәүге ҙур сара, ул илдең 89 субъектынан – Камчатканан Калининградҡа тиклем – бәләкәй ауылдарҙан һәм ҙур ҡалаларҙан 7,5 мең муниципалитет башлығын берләштерҙе.
Форумдың төп бурысы - муниципаль берләшмәне берләштереү һәм Рәсәйҙә муниципаль хеҙмәттең абруйын йәмғиәткә, дәүләткә хеҙмәт итеүҙең берҙәм ҡиммәттәре нигеҙендә күтәреү.
Эшлекле программа ВДНХ-ның һигеҙ павильонында ойошторолоп, панель дискуссия, түңәрәк өҫтәл, лекция, проекттар презентацияһы һәм федераль власть вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте. Милләт-ара берҙәмлек, илһөйәрлек тәрбиә биреү, бәләкәй Ватанға, тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа һөйөү тәрбиәләү, Ғаилә йылы һәм йәштәр араһында ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу мәсьәләләре ҡаралды. 16 ғинуарҙа " Халҡыңа хеҙмәт итеү" I Бөтә Рәсәй муниципаль премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте . Премия муниципаль берәмектәрҙе үҫтереүгә һәм граждандарҙың тормош сифатын күтәреүгә ҙур өлөш индергәндәргә тапшырыла.
Был премияға Салауат районының Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы Илнара Сафина лайыҡ булды. Рәсәй Президенты Владимир Путин “Кеше яҙмышы – Ватан ғорурлығы” номинацияһында награданы күп балалы әсәйгә үҙе тапшырҙы. Яҡташыбыҙ 19 мең кандидат араһынан иң яҡшыһы тип табылған.
Бөтә илдең тәжрибә уртаҡлашыр, муниципалитеттар, проблемалар тураһында һөйләр, файҙалы, рациональ булғандарын һыҙыҡ өҫтөнә алыу өсөн үткәрелгән был күләмле сарала белореттарҙың ҡатнашыуы ла мәртәбәле. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта һәм бер нисә ауыл биләмәләре башлыҡтары Башҡортостан Республикаһының иң ҙур һәм матур районы - Белорет районы исеменән сығыш яһаны.
Белорет районы делегацияһы өсөн форусм икеләтә иҫтәлекле ваҡиғаға әйләнде. Форум барышында улар яҡташтары, Белоретта тыуып-үҫкән. “Мәскәү. Кремль. Путин” программаһының авторы һәм алып барыусыһы Павел Зарубин менән осрашты һәм иҫтәлеккә фотоға ла төштө.
Фото: Алена Кучербаева сәхифәһенән.